Бейеп-йырланыҡ та иланыҡ та. Көндөң икенсе яртыһында призывник көнө булды, район хакимиәтенә Ермолаевоның уҡыусы балаларын һәм бер призывникты (Дәүләтйәров Альфред) саҡырып, тәүҙә кино күрһәттеләр, унан өгөт-нәсихәткә күстеләр.
- Армия. Унда һәр бер ир булырға, ил алдында бурысын үтәргә тейеш, - тине оло ағалары (үҙҙәренең ҡайһы берҙәре армияла булмаһа ла). Ғаилә йылы икәнен иҫкә алып, унан бигерәк, илдә һуңғы ваҡыт күп һөйләнелгән ғаилә ҡиммәттәре тураһында ла һүҙ ҡуҙғаттылар.
- Енес йүнәлеше (половая ориентация) һәр кемдә дөрөҫ булырға тейеш, - тиештеләр, - юғиһә, Көнбайыш илдәрҙә генә ирҙәрҙе ирҙәр ярата ти инек, әле был гонаһ беҙгә лә килеп етте. Күмертауҙа бер егет мин үҙемде ҡатын итеп тоям, операция яһатам тип килгән...
Был һүҙҙәр егеттәргә баттымы, ҡапыл ғына аңлауы ҡыйын ине, беҙ бына нимә уйланыҡ: тәү сиратта, әлбиттә, ир - ир булып ҡалһын һәм, шулай уҡ, атай, мырҙа, абзый, ул булып та. Иң мөһиме: иҫән булып ҡалһындар, ир, атай, ул, мырҙа, абзый бәхеттәрен татып, оҙаҡ йәшәһендәр.