Йәштәр - беҙҙең киләсәк
23 Октябрь 2024, 04:53

Бар йөрәгең менән ярат

Заманса технологиялар үҫешкән заманда йәштәрҙә китапҡа ҡарата һөйөү уятыуы еңел түгел. 

Бар йөрәгең менән яратБар йөрәгең менән ярат
Бар йөрәгең менән ярат

Валерия Кириллова, Регина Хоҙайғолова, Айзилә Аҙнабаева, Кирилл Дорошкевич, был теста иң юғары балдар йыйҙылар.
"Китаптың кеше ғүмерендәге роле" тигән әңгәмә лә бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Студенттарыбыҙ Яна Алимбекова, Вера Шаронова һәм Алһыу Ишбулатоваларҙың китап уҡыуға, уның кеше өсөн бик кәрәкле булыуы тураһында бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре ишетелде. Ҡыҙҙар китап уҡыу кешене тыуғандан алып аҙаҡҡа ҡәҙәр оҙатып килеүен билдәләнеләр, сәңгелдәктә ятҡанда уҡ сабыйға китаптан төрлө әкиәттәр уҡыйҙар, ҡыҙҙар бала саҡтарында ата-әсәләренең дә уларға Андерсен, Пушкиндың әкиәттәрен уҡыуҙарын әйтеп үттеләр. Артабан мәктәп йылдарында китаптар, авторҙар исемлеге тағы ла тулылана барыуын да әйтеп үтергә онотманылар.
"Мине тетрәндергән китаптар" тигән темаға ылығып китеп, ҙур теләк менән инша яҙҙы студенттар. Аполлария Войцехова, Александр Меняев, Олеся Шарапова, Виктория Монахова, Лилиә Семеновалар иншаларын бөйөк шағирыбыҙ А.С.Пушкинға арнағандар, ә Карина Корчагина, Валерия Сальникова, Анна Евченколар инша өсөн сит ил авторҙарын һайлағандар. Уларҙың эштәре теманы киң яҡтыртыуҙары, төп фекерҙе оҫта сағылдырыуҙары, фекерҙәрен дөрөҫ, эҙмә-эҙлекле итеп еткереүҙәре менән айырылып торҙо.

Рафиҡ ӘМИНЕВ, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты уҡытыусыһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас