Был һүҙҙәр менән, ҡалабыҙҙа йәшәүсе Авзал һәм Гүзәл Хөсәйеновтар һис килешмәй, сөнки улар балаңдың эшләүе, йәки эшләмәүе, хеҙмәт һөйөүсән, тырыш булыуы ата-әсәһе биргән тәрбиәнән тора, тип һанай. Хөсәйеновтарҙың 8-се класта уҡып йөрөгән улдары Азат ғаиләһен тулыһынса ауыл ризығы: ит, һөт, баҡсала үҫкән йәшелсә, емеш-еләк менән тәьмин итә.
Азат тураһында тәүгә яҙыуыбыҙ түгел, ауыл ене ҡағылған егетебеҙ, тыуған ауылы - Таймаҫы бөтмәһен, уның юлдары яҡшырһын, тип тырышып йәшәй. Беҙгә лә йыш сәләмдәр юллап, күңелле каникулдары, ауылының инәй-бабайҙары тураһында яҙып тора, уның һәр һүҙендә ауылы өсөн яныуы сағыла. Әле бына тырыш егетебеҙ быйылғы мул уңышын йыйып алған да, ғаиләһенән артып ҡалған өйрәктәрен һатыуға ҡуйған. Афарин, Азат, ғаиләһен ит менән тьәмин итеп кенә ҡалмай, хатта тырышлыҡтарын аҡсаға ла әйләндерә белә.
- Ауыл тормошон бәләкәйҙән үҙ итеп үҫтем. Мин уҡыуға төшкәнсе күбеһенсә ауылда йәшәнем, тап шул ваҡытта күңелемдә ауыл тормошона, хеҙмәткә һөйөү яралғандырҙыр ҙа инде. Бөгөнгө көндә ҡалала йәшәһәк тә һәр ял һайын ауылға ашығам, каникулдарымды ла ауылда үткәрәм. Инде бишенсе йыл рәттән йәйге каникулдарҙа ауылға ҡайтып бройлер, өйрәк себештәре үҫтерәм. Себештәрҙе, уларға ашатыу өсөн емде атай-әсәйем алып бирһә, уларҙы ҡарап үҫтереү беҙҙең эш. Өләсәйем менән олатайым миңә был яҡтан ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙ йәй буйы ошо себештәрҙе ҡарайбыҙ, унан тыш баҡса үҫтерәбеҙ, кәртүф сәсәбеҙ, утайбыҙ. Өләсәйемдең кәзәләре бар, шуларҙы бергәләп һауып ҡымыҙ эшләйбеҙ, кәзә ҡымыҙы һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Шулай уҡ олатайым менән көтөү көтәбеҙ, умарталар ҡарап бал алабыҙ, ҡышҡылыҡҡа бесән, утын, минлек әҙерләйбеҙ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.