Йәштәр - беҙҙең киләсәк
2 Декабря 2024, 10:55

Рәхмәт, Венер, Раян ағайҙар

Рәхмәт, Вәсилә апай. 

Рәхмәт, Венер, Раян ағайҙарРәхмәт, Венер, Раян ағайҙар
Рәхмәт, Венер, Раян ағайҙар

Башҡортостан Республикаһының эҙәрмәндәр хәрәкәте Хәрби дан музейы менән берлектә "Беренсе донъя һуғышынан МХО-ға тиклем Рәсәй һалдаты" күсмә күргәҙмәһен үткәрә. Был күргәҙмә 2-4 декабрҙә РПЛИ-ла ойошторола.
Бөгөн М. Исҡужин исемендәге Прогимназияның 2Б класы уҡыусылары класс етәкселәре Вәсилә Ғәбитова менән Республика политехник лицей-интернатына барып был күргәҙмәне күрҙе лә. Музей – тәрбиә усағы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Халыҡтың, йәш быуындың рухи байлығын һаҡлауҙа музейҙар ҙур әһәмиәткә эйә. Ә был күргәҙмәлә балаларға экспонаттарҙы тотоп ҡарап улар менән яҡындан танышыу мөмкинселеге булды. Лицейҙың туризм һәм туған яҡты өйрәнеү түңәрәге етәксеһе Раян Араптанов балаларға йөкмәткеле экскурсия ойошторҙо. Уҡыусыларҙы фәһемле сараға саҡырған лицей директоры Венер Сабанчинға һәм класс етәксебеҙ Вәсилә Ғәбитоваға ҙур рәхмәт.
М. Исҡужин исемендәге Прогимназияның 2Б класс уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән Гөлшат Исхаҡова.

Автор:
Читайте нас