Алһыу Манғотова. Яҡшымбәт ҡыҙы. Яҡшымбәттеке икән, тимәк, сибәр һәм талантлы булырға тейеш тип уйларһығыҙ һәм яңғылышмаҫһығыҙ. Алһыу, хәтәр сибәр булыуы өҫтөнә, Яҡшымбәттең танылған артисы, театр сәнғәтендә лә дан ҡаҙанып өлгөрҙө (клубтары ҡуйған спектаклдә төп ролде башҡарҙы), үҙе оҫта бейеүсе лә, биш йәштән алып бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Бөгөн Алһыуға район башлығының премияһын тапшырҙылар.
- Мин мине сәнғәт донъяһына ғашиҡ иттергән апайҙарыма - Гөлшат менән Миңзәләгә - рәхмәт әйтәм, - тине ҡыҙ, - әле сәнғәт техникумында уҡып йөрөйөм, уны бөткәс, һеҙгә алмаш булырмын.
Һай, Алһыу-Алһыу, ошонан да йәтеш, ошонан да танһыҡ һүҙҙең булыуы мөмкинме? Мәҙәниәттә эшләр кеше аҙ, бигерәк тә, йәштәр аҙ, ауыҙыңа бал да май, һылыуҡай.
Ҡыҫҡаһы, беҙ һине көтәбеҙ.