Улар араһында Илкәнәй ауылынан Аделина Мөхәмәтшина ла бар.
- Йыл да үткәрелгән был конкурста мин дә ҡатнашып, 1-се дәрәжә диплом һәм башҡа бүләктәр менән бүләкләндем. Ҡотлауға саҡырыу ебәргәс наставнигым Зөһрә Сабир ҡыҙы менән поезда тирә-яҡҡа, матур тәбиғәтебеҙгә һоҡланып, төрлө ерҙәрҙе күҙәтеп, баш ҡалабыҙ Өфөгә юлландыҡ. Ҡотлауҙан һуң еңеүселәрҙе Тамыр телерадиостудияһына экскурсияға алып киттеләр. Яңы йыл алдынан мажараларға бай булған был сәйәхәт бик оҡшаны. Конкурсты ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәтлемен. Киләсәктә һөнәр һайларҙай тағы ла бер ишек асылды, - ти тырыш ҡыҙ.
Афарин, Аделина! Киләсәктә лә яулайһы үрҙәрең күп булһын.