Минең дә күңелемдә, үҙем өсөн ниндәйҙер спорт түңәрәгенә йөрөү теләге бар ине. М.Исҡужин исемендәге прогимназияға беренсе класҡа уҡырға килгәс, унда көрәш түңәрәген алып барыусы Әхәт Әхмәт улы Рафиҡов менән таныштым, халҡыбыҙҙың милли спорт төрө булған көрәшкә һөйөү тап ошонда тоҡанды.
Әхәт Әхмәт улы беҙҙе һәр ваҡыт ҡарап, хуплап, ҡанатландырып тора. Тәүге көндән алып ул беҙгә ошо спорт төрөнөң барлыҡ нескәлектәрен, техникаһын өйрәтте, беҙҙең башланғыстарҙы күреп, барыһы ла килеп сығасағына ышандырҙы.
Инде етенсе класта, күптән икенсе уҡыу йортонда уҡыһам да, көрәш түңәрәген ташламаным, һаман да шул уҡ тренерым Әхәт әхмәт улына йөрөүөмдө дауам итәм. Йыл әйләнәһенә республикабыҙҙың төрлө райондарында уҙғарылған көрәш буйынса турнирҙарҙа, спартакиадаларҙа ҡатнашып, гел призлы урындар, иҫтәлекле бүләктәр алып, ҡыуанып ҡайтабыҙ.
Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2010-2012 йылғы үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса балалар спорт клубтары командалары араһында Башҡортостан республикаһы уҡыусыларының спартакиадаһы үтте. Ике көн дауамында барған көсөргәнешле ярышта, беҙҙең ҡалабыҙ командаһы, Мәләүездәр менән, Баймаҡтарыҙ артты ҡалдырып, беренсе урын яуланы.
Командабыҙҙың егеттәре афарин, урындар яулап, команда составына мәрәйҙәр тупланылар. Сафаров Динис, Кубанаев Урал, Сәлихов Батыр - беренсе урынға, Аҙнабаев Асфан, Йыһаншин Данил, Әхмәтов Даниэль, Кинйәбаев Арыҫлан, Сәлихов Динислам - икенсе урынға, Хисмәтуллин Тимур өсөнсө урынға һәм Искәндәров Тимур - бишенсе урынға лайыҡ булдылар.
Беҙгә ышаныс менән ҡараған, ошо спортҡа һөйөү уятҡан, беҙҙе ошо ярыштарға үҙ техникалары менән алып барып, ҡарап, иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтҡан тренерҙарыбыҙға Әхәт Әхмәт улы Рафиҡовҡа һәм Әсхәт Әкрәм улы Шәриповҡа рәхмәтлебеҙ.
Иң шәп тренерыбыҙға гәзит биттәре аша рәхмәтемде еткереп, уны Яңы 2025 йыл менән ҡотлайым, уға иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем.
Данил ЙЫҺАНШИН, РПЛИ-ның 7-се класс уҡыусыһы