Тырыш, үҙ маҡсаттарына ирешеүсән йәштәребеҙ булыуы илебеҙҙең киләсәге лә яҡты булырына ышаныс уята.
Алсаҡ, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Артур Миһранов та тап шундай ышаныс тыуҙырған йәштәрҙең береһе.
М. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалына уҡырға инә. Беренсе курс студенты булһа ла уҡыуҙан тыш төрлө конкурстарҙа ҡатнашып уңышлы сығыштар яһай. Яңыраҡ фән, техника, инновациялар өлкәһендә үткән конкурста ҡатнашып А.С. Палатников исемендәге премияға лайыҡлы булды һәм аҡсалата бүләкләнде.
Фән яғынан ғына түгел, ә ижади яҡтан да һәләтле егет шиғырҙар ҙа яҙа. Яңы йыл йыл байрамында балалар баҡсаһында Ҡыш бабай ролен дә бик шәп башҡарҙы талантлы егет. Ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов менән ветерандарҙы, әлеге ваҡытты МХО-ла булған яугирыбыҙҙың балаларын Ҡыш бабай ролендә лә барып ҡотланы. Әүҙем, аҡыллы, спорт менән дуҫ егеттең дуҫтары ла бихисап.
Артурҙың ағаһы Айнур бөгөнгө көндә илебеҙ һағында тора. Ике егет тә ғаиләнең ғорурлығы.
Сифатлы белем алып Артур ҙа тормошта үҙ урынын табыр, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхес булып китеренә шик юҡ.