Беҙҙең арттан шамилдар килә

Кисәге район ҡоролтайы ултырышында тик кенә ултырып булманы.

Беҙҙең арттан шамилдар киләБеҙҙең арттан шамилдар килә
Беҙҙең арттан шамилдар килә

Шамил тыныс ултырырға ирек бирмәне. Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыһы ул. Бөтә ғаләм алдында шиғыр һөйләне. Бушҡа ғына булмаған сығышы - Ҡоролтайҙан Рәхмәт хаты алды. Әлбиттә, ошо бер сығышы өсөн генә бирмәнеләр бүләкте, Шамил Саттаров -  Яҡшымбәттең иң талантлы егеттәренең береһе, гел генә төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөй, тел, ил тип янып йәшәй. 
Уның тап шундай ут егет икәнен ҡоролтайҙар ҙа ҡайҙандыр белеп ҡалғандар һәм Шамилды ҡыуандырҙылар, уҡыусы баланан бигерәк беҙ - ололар ҡыуандыҡ: ғүмер үтә, һыуҙар аға, ҡартаябыҙ, беҙгә лә ҡасандыр: етер, тор, сыҡ, кит тиерҙәр. Бындай мәлдә беҙ, тартышып-тартҡылашып тормай, тыныс ҡына ситкәрәк шылырбыҙ. Беҙҙең урынға шамилдар - рухлы егеттәр - килә тиербеҙ. 

Автор:
Читайте нас