Уңышлы сығыш яһаны

17 ғинуар көндө беҙҙең ҡалала үткәрелгән ғилми эҙләнеү эштәре конкурсында Прогимназияның 3 класс уҡыусыһы Әлмөхәмәтова Эльвина ла ҡатнашты.

Уңышлы сығыш яһаныУңышлы сығыш яһаны
Уңышлы сығыш яһаны

Ул үҙенең эше менән уңышлы сығыш яһаны. Беҙ уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы -се гимназияның уҡыусылары, уҡытыусылары йылы ҡаршы алдылар. Күмертау ҡалаһы мәғариф идаралығының директоры Юлусова Татьяна Николаевна балаларҙы ижади яҡтан үҫтергән уҡытыусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уҡыусыларға уңышлы сығыш яһап, еңеүҙәрен теләне.
Мәртәбәле сараны әҙерләүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киләсәктә лә балаларҙы төрлө яҡлап үҫтергән саралар үткәрелеп торһон тип теләйбеҙ.
Тамара ӘЛИЕВА, М.Исҡужин исемендәге Прогимназия уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас