Саттарова Айзилә менән Рәмил үҙҙәренең династиялары тураһында һөйләнеләр. Ғилми - тикшереү эштәре "Илһөйәрҙәр. Саттаровтар династияһы" тип аталды. Етәкселәре: Гөлгөнә Юнир ҡыҙы Абдуллина. Конференцияла сығыш яһап, 2- се урын алдылар. Рафиҡова Алһыу үҙенең тикшеренү эшен милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуған ауылының тарихына бағышланғайны, етәксеһе: Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова. Алһыу бөгөн еңеүсе булды. 8- се класс уҡыусыһы Дилара Аҙнабаева тикшеренеү эшен инглиз телендә әҙерләне, уның етәксеһе Гөлназ Харис ҡыҙы Ташбулатова. Уларҙың эшен ла маҡтауға лайыҡ. Дилара инглиз телен теләп өйрәнә, киләсәктә тәржемәсе булырға уйлай. Уҡыусыларҙың фән өлкәһендәге тәүге аҙымдары менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Яҡташыбыҙ академик Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевҡа алмаш, бәлки, ошо уҡыусылар араһындалыр.