Беҙ ҡасандыр был вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ, унан һуң йәш кешеләр киләсәк. Шуға күрә бөгөнгө көндә беҙ йәштәрҙең яҡты киләсәге өсөн тырышып эш алып барабыҙ, уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. "Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү" республика Дәүләт программаһы ярҙамында бик күп йәш ғаиләләр торлаҡлы булдылар һәм булалар, - тине республика башлығы Радий Хәбиров.
Был программа беҙҙең ҡаланы ла урап үтмәне, бик күп ғаиләләр уның ярҙамында өр-яңы, иркен торлаҡлы булдылар. Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһының йәш ғаиләләренә торлаҡ һатып алыуға сертификаттар алып ҡыуандылар. Был «Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» Дәүләт программаһы һәм "Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү" Республика программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.
- Ошо бик ҡәҙерле һәм беҙҙең өсөн мөһим булған сертификатты ҡулыбыҙға алғаныбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Тормош иптәшем Марат менән өс бала үҫтерәбеҙ, икәүһе уҡыусы, бәләкәсебеҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Иптәшем "Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау" ойошмаһында эшләп йөрөй, мин үҙем дауаханала. Бер бүлмәле квартирала күмәгебеҙгә урын тығыҙ ине, бигерәк тә балалар иркенләп дәрестәрен ҡарай алмауы ныҡ борсой ине. "Уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү" Дәүләт программаһы тураһында ишетеп, барлыҡ кәрәкле документтарҙы юллап, 2019 йылда сиратҡа торҙоҡ. Аллаға шөкөр, бына үҙ бәхетебеҙгә үҙебеҙ ышанмай, сиратыбыҙҙы көтөп алып, ҡулыбыҙға сертификат алдыҡ. Йәштәрҙе уйлап, уларға һәр яҡлап ярҙам итеп торған Дәүләтебеҙгә, етәкселәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Алла бойорһа, был сертификатты уңышлы ҡулланып, квартирабыҙҙы ҙурайтырға уйлайбыҙ, ул сағында инде, һәр балабыҙ үҙ бүлмәле булып ҡыуаныр, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Айһылыу Хәйбуллина.
Шулай итеп, ҡалабыҙҙың өс ғаиләһе көтөп алынған сертификаттарға эйә булды. Йәштәрҙең яҡын киләсәккә яҡты пландары бар, уларҙың барыһына ла уңыштар һәм ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!