Уңыштар һиңә, Эльвина!

- Мин Күмертау педагогия колледжының 4-се курс студентымын.

Уңыштар һиңә, Эльвина!Уңыштар һиңә, Эльвина!
Уңыштар һиңә, Эльвина!

Хөкүмәт йәш белгестәрҙе, ғалимдарҙы стипендия программалары, грант конкурстары, премиялар ярҙамында үҫтерергә тырыша.
- Беҙ йәш быуынды ҡанатландырып, хуплап торорға тейешбеҙ, сөнки улар беҙҙең киләсәк. Фән өлкәһендә тырышып эшләгән йәш ғалимдарыбыҙ етәрлек, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттарыбыҙ төрлө стипендияларға лайыҡ булып торалар. Уларҙың заманса технологиялар менән йыһазландырылған, уңайлы мөхиттә уҡыуы ла беҙҙең өсөн бик мөһим. Был өлкәлә бик күп эштәр эшләнә. Был аҙнала ғына өс юғары уҡыу йорто "Приоритет-2030" конкурсында көс һынаша, - тине республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров.
- Мин Күмертау педагогия колледжының 4-се курс студентымын. Үҙе йәмле, үҙе бар яҡлап үҫеш бирә алған, заманса, уңайлы мөхитле колледжыбыҙҙа 2021 йылдан ҡыуанып белем алам. Тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерәм. 2022 йылдан алып төрлө олимпиаларҙа ҡатнашам, башҡорт теленән төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулап торам. 2023 йылда Аҡмулла олимпиадаһында еңеү яуланым. Профессиональ эшмәкәрлек Дәүләт теле компетенцияһы буйынса "Профессионалдар 2024" конкурсында ҡатнашып, 2-се урынға лайыҡ булдым. Колледжда ла әүҙем тормош алып барам, төркөм старостаһы вазифаһын биләйем, төркөмөм менән колледж буйынса төрлө сараларҙа сығыш яһайбыҙ.
Бар тырышлыҡтарым өсөн Дәүләт тарафынан М.Аҡмулла исемендәге премия менән бүләкләндем, был минең өсөн бик ҙур ярҙам булып тора.
Уҡытыусым Арыҫланова Рима Фәттәхетдин ҡыҙына тырыш хеҙмәте, төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙа ярҙамы һәм ҡеүәтләп тороуы, педагогик таланты, профессиональ тәжрибәһе өсөн рәхмәтлемен, - ти тырыш ҡыҙ Эльвина Бикмөхәмәтова.
Маҡсаттарына ирешеүсән, тырыш, белемле ҡыҙға артабан да уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!

Автор:
Читайте нас