Иҫегеҙҙә булһа, районда бер түгел ике агрокласс астылар – береһе Яҡшымбәттә, икенсеһе – Яңы Морапталда. Маҡсаты билдәле: ауыл еренә йәштәрҙе йәлеп итеп, уҡып бөткәс, береһе лә ситкә ҡасмаһын, ауылына ҡайтһын, ерҙә эшләһен.
Агрокластар темаһына күп яҙҙыҡ, балаларҙың ултыртмаған, тәрбиәләмәгән үҫемлеге ҡалманы, буғай. Үҙҙәре гел ауылына йәбешеп кенә ятмай, тиктормаҫтар, гел ниндәйҙер яңылыҡ беләм тип, йөрөп яталар. Бөгөн Өфөлә улар, Яшымбәт һәм Яңы Мораптал ауылы уҡыусылары. ВДНХла.
Уҡы, балам, уҡыһаң, кеше булырһың ти торғайнылар беҙә ололар. Был наказ әле лә актуаль, уҡығыҙ, балалар, белемгә ынтылығыҙ, Ҙур Кеше булып, ауылығыҙға ҡайтырһығыҙ.