Икеле хистәр яралды күңелдә кисәге «Һылыуҡай» һәм «Көйөргәҙе батыры» конкурсынан һуң. Юҡ, һис шикһеҙ, был матурлыҡ конкурсы кәйкфте күтәрә, йәшлектең иң матур мәлен сағылдырған сара, сәхнәлә үҙебеҙҙең ҡыҙҙар, егеттәр, шундай сибәр (йәшлек йәмһеҙ булмай), талантлылар, уларҙың сығышын ҡарап, үҙең дә бер нисә йәшкә йәшәреп китәһең. Һүҙ икенсе нәмә тураһында – ниңә бөтәһенә лә Гран-При биреп булмай икән? Быныһы бик ауыр һорау, конкурстың үҙ талаптары, ҡағиҙәләре бар, әммә... Быныһы арыуыраҡ, быныһы бик шәптән түгел тип, йәштәребеҙҙе сорттарға бүлгән кеүек, айырып ултырыуы ғазаплы эш булды жюри өсөн.
Яҡуп, Ҡотлоюл, Яҡшымбәт, Йомағужа, Таймаҫ, Абдул - тап ошо ауылдар үҙҙәренең иң шәп егет-ҡыҙҙарын сәхнәгә сығарҙы. Йәштәрҙең сығыштары тураһында тәфсирләп яҙыуы артыҡ, һәр этапта һәр береһе үҙенең юҡҡа ғына был конкурсҡа килмәгәнен иҫбат итте, телгә лә оҫталар, йыр-бейеү ҙә лә мах бирә торғандарҙан түгелдәр.
Үҙҙәренекен дәртләндерергә тип, әллә күпме көйәрмән килгән, быныһы йәнә бер ғорурлыҡмы, һоҡланыумы уятты – һеҙ беҙҙең юлдарҙы күрҙегеҙме? Насар юл да, башҡа кәртәләр ҙә беҙҙең кешене туҡтата алмай, маҡсаттан тайпылдырмай.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә йома көнө сығасаҡ.