Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәйемә айырым рәхмәт - ярҙам итеп торалар

Аделина Бикмаева, Азат Хөсәйенов, Гран-при яулаусылар:

Ата-әсәйемә айырым рәхмәт -  ярҙам итеп торалар
Ата-әсәйемә айырым рәхмәт - ярҙам итеп торалар

Аделина Бикмаева:
- “Һылыуҡай” конкурсы миңә бала саҡтан оҡшай. Ошо матурлыҡ бәйгеһендә үҙем дә ҡатнашыуыма ныҡ шатландым. Сараға әҙерләнеү үҙе үк ҡыҙыҡ булды, яңы дуҫтар таптым, күңелле аралашыуҙар ҙа булды. Мин конкурстан үҙем өсөн күп нимәләр алып, тик ыңғай тьәҫораттар менән генә ҡайттым. Барлыҡ конкурсанттар ҙа еңеүгә лайыҡ ине, шулай ҙа “Көйөргәҙе һылыуҡайы – 2025” исемен тап үҙем яулауыма сикһеҙ шатландым. Бындай тәжрибә минең өсөн киләсәктә бик мөһим. Сараны ойоштороусыларға, мине бәйгегә әҙерләүселәргә, еңеү яуларға ярҙам итеүселәргә, ҡеүәтләп тороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.

Азат Хөсәйенов:
- Конкурста беренсегә ҡатнашыуым түгел, шуға күрә тулҡынланыу хистәре бик кисермәнем. Был юлы мин алдыма Гран-при яуларға тигән ныҡлы маҡсат ҡуйып ҡатнаштым. Тыуған ауылым Таймаҫым был конкурстан ситтә ҡалмаһын, тип тап уның исеменән сығыш яһаным һәм Гран-при яулап, ауылыбыҙ данын күтәрҙем. Гран-при алғас, күңелемдә маҡсатыма ирешкәнемде аңлап ҡәнәғәтлек хистәре тыуҙы. Яңы Таймаҫ ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе Альбина Зәки ҡыҙы Килмәтоваға ҙур рәхмәт, ул мине ҡеүәтләп, конкурста ҡатнашырға дәрт өҫтәне. Шулай уҡ конкурсты ҡарарға килгән, көслө алҡыштары менән беҙҙе дәртләндереп ултырған тамашасыларға, бигерәк тә минең көйәрмәндәремә ҙур рәхмәт. Өләсәйем, абзыйҙарым, еңгәйҙәрем, туғандарым, дуҫтарым, күмәкләп килеп, минең һәр сығышымды көслө алҡыштарға күмделәр, улар миңә көс өҫтәп торҙолар. Ата-әсәйемә айырым рәхмәт, минең һәр башланғыстарымды хуплап, ярҙам итеп торалар. Һылыуҡайҙар менән батырҙарҙың һәр сығышын лайыҡлы баһалап, урындар билдәләүсе мәртәбәле жюри ағзаларына рәхмәт".

Был конкурсҡа бәйле мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас