- "Һылыуҡай" бәйгеһе минең тормошомда сағыу бер мәлдәрҙең береһе булды. Был бәйгелә халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни мираҫын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырып, үҙемде матур, нәзәкәтле, серле һәм тыйнаҡ итеп күрһәтеп, ошо һынауҙы уңышлы үттем тип уйлайым.
Бәйгелә минең сығышымды күреп, баһалап, үҙҙәренең шәхси бүләген тап миңә тапшырған “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәренә, баш мөхәррире Малик Ильясовҡа мең рәхмәтлемен. Киләсәктә лә эштәрегеҙҙә иҫәнлек - һаулыҡ, ғаилә бәхете, кешеләргә килтергән яҡшылыҡтарығыҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, тип теләп ҡалам.