Үткән аҙнала йәш йондоҙсоҡтар сәхнә түрендә балҡыны, йырлап-бейеп үҙ һәләттәрен күрһәтте.
Беҙҙең кес кенә ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бик мататур сығыш яһаны. Был көн балалар өсөн дә, атай-әсәйҙәр өсөн дә бик тулҡынландырғыс булды, сөнки беҙҙең балалар беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡты.
Ҡыҙҙарыбыҙҙы бейеү сәнғәтенә ылыҡтырыу, өйрәтеүҙе Лиана Илдар ҡыҙы Хөсәйенова үҙ ҡулдарына алды. Тренерыбыҙҙың тырышлығы һәм балалар менән эшләй белеү һөҙөмтәһен беҙ сәхнәлә күреп ҡыуандыҡ.
Кес кенә ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Уларҙың һәм Лиана Илдар ҡыҙының бейеү сәнғәтенә һөйөүе һүрелмәһен, йөрәктәрендә янған осҡон тағы ла сағыуыраҡ балҡып яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәһен.
Гөлшат ИСХАҠОВА, Күмертау ҡалаһы