Күмертауҙың М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның 2-се корпусында эшләгән тәрбиәселәр һәм хеҙмәткәрҙәр балаларға белем биреп кенә ҡалмай, кескәйҙәребеҙҙе халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары менән берлектә тәрбиәләй. Ата-әсәйҙәр был балалар баҡсаһына сабыйҙарының тыуған яҡтың тарихы һәм йолалары менән төплө танышыуҙары өсөн рәхмәттәрен әйтә.
Ҡалала уҙған сараларҙа беҙҙең балалар баҡсаһынан килгән балалар һәр ваҡыт айырылып тора - улар башҡорт халҡының үҙенсәлектәрен асыҡ сағылдырып тора. Был әлбиттә тәрбиәселәрҙең оло хеҙмәте, улар көндәлек эштәренән тыш, ваҡыт табып кескәйҙәрҙе башҡорт мәҙәниәте иленә әйҙәргә лә өлгөрә.
Яңыраҡ балаларыбыҙ ҡалабыҙҙа уҙған "Бейеү фестивале" һәм "Милли колорит менән еңеү" конкурстарында ҡатнашты. Вострикова О. Н. етәкселегендәге беҙҙең Прогимназияның "СмайЛайм" командаһы "Аэробика - минең тормошом!" балалар бейеү фестивалендә еңеү яуланы. "Миләшкәй" һәм "Йондоҙсоҡ" төркөмдәренә йөрөүсе балалар башҡорт милли костюмдарында, республика флагтары менән сығыш яһап, бөтәһен дә таң ҡалдырҙы. Бейеүҙе улар ике телдә (башҡорт һәм рус ) яңғыраған йырға башҡарҙы. Был кесе төркөмдәр араһында милли компонентлы берҙән-бер номер булды.
Барлыҡ ата-әсәләр исеменән Лариса Вахитова
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.