Балалар баҡсаһында сығаралыш байрамы - һәр бала һәм уның ата-әсәһе өсөн айырым ваҡиға, был оло тормошҡа беренсе баҫҡыс. Сарала кескәйҙәр баҡсала алған белемдәрен күрһәтте, оҫталыҡтары менән дә ихлас бүлештеләр. Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырҙар йырлап, дәртле башҡорт бейеүҙәре бейеп, шиғырҙар һөйләп, конкурстарҙа ҡатнашып ҡыуандырҙылар. Балаларыбыҙҙың ҡанаттары нығынған, баштары ғорур күтәрелгән, ышаныслы ҡығына-ҡағына осорҙар белем иленә, беҙҙең ҡошсоҡтар! Бының өсөн тәрбиәселәре Арыҫланова Рәзидә Фәриттдин ҡыҙы, Ялсығолова Зилә Илдус ҡыҙы, Мостафина Гөлназ Фәрғәт ҡыҙы йөрәк йылыларын, күңел наҙҙарын йәлләмәй, һәр яҡлап сабыйҙарҙы үҫтереүгә күп көс һалдылар. Балаларыбыҙға аҡ юл теләйбеҙ, белем тауына еңел генә үрләп, шат, сәләмәт, бәхетле үҫһен беҙҙең балалар. Аҡ юл һеҙгә, кескәйҙәр!
Гөлфиә ҠОТЛОМБӘТОВА, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары