«Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!». Ябай ғына һүҙҙәр, шиғар, уны яҙып элеп ҡуймаһағыҙ ҙа шулай икәне билдәле тиер кемдер, әммә тормошта гел улай булмай, йыш ҡына беребеҙ бер яҡта, икенсебеҙ икенсе яҡта йөрөп ята, һәр кем үҙ туҡһанын туҡһан итеп кенә йәшәмәксе.
...Ике ҡорҙаш, бер ултырғанда, донъяуи хәлдәр тураһында әңгәмә араһында, ҡапыл ғына, ошолай тип әйтеп һала: әйҙә, берәй яҡшы эш ҡылайыҡ. Яҡшы эштәре, билдәле, уларҙың былай ҙа күп, әммә бына әле, оҙаҡҡа һуҙмай, изге ғәмәл башҡарырға кәрәк – ихтыяждары ошолай.
Идея тыуа: Молоканда балалар баҡсаһы бар, коллектив бынамын тигән, баҡсаның бинаһы ғына хөрт, әммә апай-һылыуҙар, бер нимәгә ҡарамай, зарланмай, сабыйҙарҙы тәрбиәләй, фиҙаҡәр хеҙмәттәрен, бәлки, күреп тә бармайҙарҙыр, беҙ күрәйек, баһалайыҡ.
Ир бер генә әйтә һәм эшләй. Бөгөн Молокандың балалар баҡсаһында Һабантуй булды. Ни бары 12 генә бала йөрөй баҡсаға, уның ҡарауы, үҙҙәре ниндәй үткерҙәр! Ауыл балаһы тимәҫһең, дәртеләр, белмәгән һөнәрҙәре юҡ, Һабантуйҙа шулай сығыш яһанылар (йыр йырлап, шиғыр һөйләп), ярыштылар – бәғзе бер оло кеше лә улай булдыра алмаҫ.
Район башҡорттары ҡоролтайы, әлеге ике уҙаман, балалар абҡсаһы коллективы, уйламаған ерҙән, балаларға шундай байрам бүләк иттеләр – был көн Молокан ауылы тарихында мәңге ҡаласаҡ.
Кем ул ике уҙаман? Ҡоролтай-Дәүләт Йыйылышы депутаты Фәнит Моратбаҡыев, район Советы депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.