Үҫкәс, өләсәй булам!

Бер юлы был сама ҡунаҡтарҙы күптән ҡаршы алған юҡ ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҫкәс, өләсәй булам!Үҫкәс, өләсәй булам!
Үҫкәс, өләсәй булам!

М. Исҡужин исемендәге прогимназия балалары, күмәк булып, шаулашып, килеп инде. Йәйге лагерға йөрөгән малай-ҡыҙҙар. Экскурсия тип, апай-абзыйҙары нисек эшләй икәнен ҡарарға килгәндәр.

- Үҫкәс кем булаһығыҙ?

- Ашнаҡсы, табип, косметолог... –  хыялында йөрөткән һөнәрҙәре байтаҡ икән.

- Гәзиттә эшләргә теләгегеҙ юҡмы, юҡһа, беҙҙең хәлдәр, кадрҙар йәһәтенән, шәптән түгел, кеше кәрәк.

- Ююююҡ – бер тауыштан тиерлек яуап бирҙе уҡыусылар, - аҡсағыҙ аҙҙыр.

Бына һиңә бала – донъяны апаруҡ белә икәндәр ҙә.

- Беҙҙең эш еңел ул, һуңлап килһәң дә, иртә ҡайтып китһәң дә ярай. Ер ҡаҙымайбыҙ, килеп ултырабыҙ ҙа кофе эсеп, компьютерҙан теләһә ни ҡарап, көн үткәрәбеҙ,-  ошолай тиһәң, ҡыҙыҡһынмаҫтармы.

- Ә күпме алаһығыҙ?

- ...мең һум.

- Нууу... - өмөттө тамам һүндерҙе былар.

...- Ҙурайғас, өләсәй булам, - тине бер ҡыҙ бала.  

Хупланыҡ, дөрөҫөн әйтте был ҡыҙыҡай, ҡайҙа эшләһәгеҙ ҙә, йәшәһәгеҙ ҙә, бөтәгеҙгә лә киләсәктә бәхетле өләсәй, олатай булырға яҙһын, балалар.

Автор:
Читайте нас