Зәк-Ишмәт ауылының бейеүсе ҡыҙҙары, ансамблдәренең исеме хәтәр матур – «Гүзәл»! Хәйер, составында бындай ҡыҙҙар булған коллективҡа башҡа төрлө исем уйлап таба алмаҫһың. Зәк-Ишмәттең иң гүзәл ҡыҙҙары тап улар. «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» фестиваленә килеп, бик шәп итеп, сығыш яһанылар. Татьяна апайҙары өйрәтә уларҙы бейергә, бындай яуаплы, оло юлға сығыр булғас (юлдары ҡалай бит әле уларҙың), ата-әсәһе кистән үк, барыһын әҙерләп, иртә менән, ҡул болғап, оҙатып ҡалды. Мәктәптәре директоры Әлфиә апалары, фатихаһы менән бергә, автобус та бирҙе, водитель абзылары ипләп кенә алып килде. Барыһы ла бушҡа булманы, гүзәлдәр бөгөн иҫ киткеҫ номер күрһәтте. Афарин, ҡыҙҙар, афарин, Татьяна Павловна!