Бөтә яңылыҡтар

Хәйерле юл, егеттәр!

Көҙгө саҡырыуҙың иң ҡыҙыу мәле, егеттәр берәм-берәм әрме сафтарына юллана.

Хәйерле юл, егеттәр!
Хәйерле юл, егеттәр!

Кисә ҡалабыҙ хәрби комиссариатынан 20 егетебеҙ ил һағына юлланды.
Вахитов Марат менән Олеся ла дуҫ-туғандарын кафеға йыйып, оҙатыу кисәһе ойоштороп, улдарын әрме сафтарына оҙатты кисә. Улдары Динар 11-се класты тамамлап, Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инһә лә, уҡыуын әрменән ҡайтҡас дауам итергә ҡарар ҡабул итеп, ил һағына юлланды.
Динарға ла, уның менән бергә ил һағына юлланған егеттәргә лә хәйерле юлдар теләп, уларҙы тыуған ерҙәрендә көөп ҡалабыҙ.

Автор:
Читайте нас: