Бөтә яңылыҡтар

Уралда - өсөнсө урын!

31 ғинуар көнө “Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Ғәҙелгәрәй ауылында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса район-ара асыҡ турнир үтте.

Уралда - өсөнсө урын!
Уралда - өсөнсө урын!

Сарала Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Учалы райондары Һәм Күмертау, Баймаҡ, Өфө, Сибай ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.Уҡсыларҙы Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфулла улы Алтыншин, мәктәп директоры Сафина Әҡлимә Сәғит ҡыҙының йылы сәләмләне. Район уҡсылары етәксеһе Илдар Ишморатов Башҡортостан Республикаһы спорт министрлығы милли йәйәнән уҡ атыуҙы үҫтереүҙә әүҙемлек күрһәткән райондарға тәғәйенләнгән уҡ-яндарҙы Яңы Собханғол мәктәбенән Исрафил Вәлиев һәм Яңы Мөсәт мәктәбе тренерҙары Мөхәррәм Ҡасҡынбаевтарға тапшырҙы. Бынан тыш ошондай уҡ бүләккә Иҫке Собханғолдан Йәсмин Ғәҙелшина ла лайыҡ булды.
Көсөргәнешле һәм сәмле ярыш һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге урындар билдәләнде.
12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында :
1-се урын - Гүзәлиә Мырҙабаева;
2-се урын - Регина Ғәббәсова;
3-сө урын - Милана Әминева.
Малайҙар араһында:
1-се урын - Айназ Бирҙекәйев;
2-се урын - Тимерлан Ҡаһарманов;
3-сө урын - Вилдан Дәүләтшин.
13-17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында:
1-се урын - Йәсмин Ғәҙелшина;
2-се урын - Розалина Ҡаһарманова;
3-сө урын - Гөлзәмиә Дәүләтшина.
Малайҙар араһында:
1-се урын - Вилдан Алғазин;
2-се урын - Тимур Шәрипов;
3-сө урын - Айҙар Ишкилдин.
Гран приға Ейәнсура районынан Сөләмән Ниғмәтуллин лайыҡ булды.
60 йәштән ирегеттәр араһында:
1-се урын - Рәис Низаметдинов;
2-се урын - Мөхәррәм Ҡасҡынбаев;
3-сө урын - Азамат Ырыҫҡолов.
Профессионал ҡатын-ҡыҙ уҡсылар араһында:
1-се урын - Динә Вәлиева (Учалы);
2-се урын - Гөлнара Иҙрисова (Сибай);
3-сө урын - Айгөл Ғәлиуллина (Белорет).
Ир-егеттәр:
1-се урын - Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән);
2-се урын - Динис Юлбирҙин (Бөрйән);
3-сө урын - Урал Ярышев (Күмертау).
Иң өлкән һәм йәш ҡатнашыусы:
Наилә Исламова (Учалы) һәм Иҙрис Иҫәнаманов (Бөрйән, Ғәҙелгәрәй ауылы).
Еңеүселәргә грамота, миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Автор:
Читайте нас