Бөтә яңылыҡтар

Улым менән ғорурланам

Ғинуар аҙағында Өфөлә ҡытай теле буйынса бөтә рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы үтте.

Улым менән ғорурланам
Улым менән ғорурланам

Ҡалабыҙ тарихында тәү тапҡыр, С.А.Погребач исемендәге 3-сө һанлы мәктәбенең өс уҡыусыһы ошондай абруйлы ярышта ҡалабыҙ исеменән сығыш яһанылар. Улар араһында улым Айрат Хәйруллин да бар. Улым менән ғорурланып, ошо турала яратҡан гәзитебеҙгә яҙып үтергә булдым.
Улым был телде икенсе йыл өйрәнә. Былтыр мәктәбебеҙ директоры Ҡытай телен өйрәтеүсе ике йыллыҡ факультатив барлығын әйткәс, был телдең хатта атестатҡа индерелеүен белгәс, беҙ шунда уҡ ризалаштыҡ...
Розалия Хәйруллина, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә бирелде.

Автор:
Читайте нас