Яугир ҡартатайым
Минең атайымдың атаһы, минең ҡартатайым, Фәнил Төркмәнов 1962 йылдың 13 апрелендә Аллабирҙе ауылында Латифа Солтан ҡыҙы менән Ғәйфетдин Бәҙретдин улының татыу ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә.
Тыуған ауылының 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, зоотехник һөнәренә уҡырға Илек техникумына уҡырға керә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйфетдин ҡартатайым ғүмер буйы мал врачы - ветврач булып эшләгән туған колхозында зоотехник булып эш башлай. Быҙаулыҡ ҡалаһына барып механизаторға ла уҡып ҡайта.
1981 йылда Монголияла изге бурысын үтәй- һалдат була.Ҡарт ҡартатайым һуғыш инвалиды була, һыңар аяҡ менән алты балаһын аяҡҡа баҫтыра. Фәнил ҡартатайым башҡаса һуғыш уты тоҡанмаһын өсөн тырышып хеҙмәт итә. Армияла саҡта ата-әсәһенә улдарына, минең Фәнил ҡартатайыма, командирҙарының Маҡтау хаты килеп тора. Армиянан һуң туған Чапай колхозында эшен дауам итә. Лилиә ҡәртәсәйем менән өс ул үҫтерәләр, тағы өс етем баланы тәрбиәгә алалар.Тәрбиәгә алған улдары махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Уның исемендә Батыр партаһы мәктәбемдә бар. Батыр улдарын ауылыбыҙ онотмай. Һалдат ҡартатайым бөгөн хаҡлы ялда, ҡәртәсәйем менән 16 ейәне, 4 ейәнсәренә һәм тыуған илебеҙгә тыныслыҡ теләп йәшәйҙәр.
Алһыу Төркмәнова, 12 йәш, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбенең уҡыусыһы
Минең атайым - ил һаҡлаусы
Минең атайым иң көслө, иң аҡыллы, иң матур.Ярҙамсыл, тырыш, уңған атайымды барыһы ла хөрмәт итә. Ул Аллабирҙе ауылында тыуған, бөгөн дә тыуған ерендә йәшәй.
Атайымдың исеме - Байрас. Быйыл уға ҡырҡ йәш тула.Минең һәм авзыйым Байсар өсөн атайыбыҙ бик ҡәҙерле кеше. Бәләкәй саҡта атайым шаян булған. Мәктәптә яҡшы уҡыған, уҡырға ныҡ яратҡан, белергә тырышҡан.Дуҫтары күп булған.Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә атайым. Мәктәпте тамамлағас ветеринар булып уҡып сыға, хәҙерге ваҡытта үҙ һөнәре буйынса эшләй. Эшендә уны яраталар, хөрмәт итәләр. Ватан алдында торған изге бурысын үтәргә 2007 йылда армияға бара. Төрлө милләт кешеләре менән дуҫ, татыу һалдаттар булалар. Кесе сержант атайыбыҙ Абхазия, Грузияла хеҙмәт итә. «Урал» һәм «Камаз» машиналарын оҫта йөрөтә атайым.Берҙәмлек, дуҫлыҡ ауыр хеҙмәт йылдарында яугирҙарға ҡыйынлыҡтарҙы еңергә, көслө булырға ярҙам итә. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылында ғына түгел, һәр ваҡыт, һәр йылда татыулыҡ, берҙәмлек төрлө һуғыштарҙа еңеүгә оло юл һалған, һала. Берҙәмлек, дуҫлыҡ көс, дәрт бирә кешеләргә. Атайымдың мырҙаһы Азамат Салауат улы Украинала барған яуҙа минең, һинең тыныслығыбыҙ, матур тормошобоҙ өсөн көрәшә. Яраланып, госпиталдә лә ятып сыҡты.Ошо яуҙа ҡатнашҡан һалдаттарҙың, ил һаҡсыларының, Азамат абзыйымдың еңеп ,иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйем. Беҙгә һуғыш кәрәкмәй!
Ансар Һөйөндөкөв, 12 йәш Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы
Яугир абзыйҙарым
Минең атайым Наил Гизылхаҡ улы Ишбаев Аллабирҙе ауылында тыуып үҫкән.Ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Атайым тыныслыҡ һалдаты, Советтар Союзы осоронда армияла ике йыл хеҙмәт иткән. Оҙаҡ йылдар колхозда инженер булып эшләне. Сабыр, тыныс кеше минең ҡәҙерлем. Мин уның бер бөртөк ҡыҙымын. Атайымды яратам, ныҡлы һаулыҡ,оҙаҡ йәшәүен теләйем. Әнәйемдең атаһы, минең Салауат олатайым, һаулығы буйынса армияға бармаған. Олатайымдың ете улының алтыһы армияла хеҙмәт иткәндәр. Байрас абзыйым ҡыҙыу нөктәлә һалдат бурысын үтәй, Айнур менән Айгиз абзыйҙарым да бер йыл һалдат булғандар. Заһир абзыйымды өләсәйем менән олатайым 2010 йылдың 31 декабрендә армия сафына оҙаталар. Ул Чита өлкәһендә бер йыл хеҙмәт итеп тыуған аллабирҙеһенә әйләнеп ҡайта, бөгөн ике ул тәрбиәләй. 2011 йылда Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡан әнәйемдең мырҙаһы Азамат абзыйым 2023 йылдан махсус хәрби операцияла. Өләсәйем Сәмәрә Әнүәр ҡыҙы менән олатайым Салауат Сәйет улы Һөйөндөкөвтар, беҙ барыбыҙ ҙа уның иҫән ҡайтыуын, тиҙерәк яуыз һуғыштың тиҙерәк, еңеү менән тамамланыуын теләйбеҙ
Һәр ваҡыт булһын ҡояш,
Һәр ваҡыт булһын һауа.
Һәр ваҡыт булһын әсәй,
Һәр ваҡыт булам мин...
Алтынай Ишбаева, 12 йәш, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы