1 А класс уҡыусылары араһында прогимназия намыҫын яҡлаусы, мәртәбәһен күтәреүсе һәм үрҙәргә ынтылыусы уҡыусылар күп тиһәң, хата булмаҫ. Яңыраҡ көрәш буйынса ярыш үтте. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Тамерлан менән Амин беренсе урын алһа, Нурлан 2-се урынға лайыҡ булды. Ҡыҙҙарыбыҙ Сафия, Наилә һәм Залина бейеү яғынан яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ уҡыусылар егәрле лә. Яҙ етеү менән, субботниктар башлана. Беҙҙең егеттәр артта ҡалманы, сығып, мәктәп территорияһын ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙарттылар. Был ваҡытта ҡыҙҙар сәй табыны ҡорҙо. Сәй табыны Әлифба китабы менән хушлашыуға бәйле ине. Шулай итеп, балалар, ҡыуанышып, яҙғы каникулға таралышты. Ялдар күңелле, файҙалы һәм хәүефһеҙ үтһен.