Ҡурайға ғашиҡ ҡыҙҙар

Рәхимова Гүзәл, Күмертау ҡалаһы:

Ҡурайға ғашиҡ ҡыҙҙарҠурайға ғашиҡ ҡыҙҙар
Ҡурайға ғашиҡ ҡыҙҙар

- Мин Күмертау ҡалаһының музыка мәктәбенә, ҡурай класына бына инде 4 йылдан ашыу йөрөйөм. Бәләкәй саҡта, әнейемә эйәреп, Зәйнетдиндең концертына барған инем, шул көндән алып, ошо музыка ҡоралына ғашиҡмын. Ул саҡта мәктәпкә лә уҡымай инем, гел генә ҡурайға оҡшаш предметтарҙы ҡабып, өрөп йөрөр инең, тип хәтерләй әнейем. Беренсе класҡа уҡырға барғас та, Күмертау ҡалаһының музыка мәктәбенә алып барып, Фәрит Зөфәр улы Вәлиев етәкләгән ҡурай түңәрәгенә бирҙеләр. Бында мин бик күп иптәштәр таптым, ҡурай уйнау оҫталыҡтарына төшөндөм, өйөбөҙгә килгән һәр ҡунаҡтың ҡурай уйнап күңелен күрәм. Яҡын әхирәтем Рамина Әхмәтова ла ҙур теләк менән ҡурай серҙәренә төшөнә, ул 6 йыл ҡурай класына йөрөй, “Алтын ыласын” тип аталған коллективыбыҙҙа малайҙар ҙа етәрлек, етәсебеҙ Фәрит Зөфәр улы беҙҙе төрлө конкурстарҙа йөрөтә, ҡалала үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ.

Автор:
Читайте нас