

Йәштәр араһында өмөттәрҙе аҡлап, төрлө өлкәлә уңышҡа ирешкән егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Шуларҙың береһе – Тимур Әҙеһәмов. Тамырҙары районыбыҙға бәйле булған егетебеҙ Күмертау ҡалаһының 3-сө һанлы С.А.Поргербач исемен йөрөткән мәктәптә белем ала.
Яңыраҡ 10-се класта белем алған Тимурҙың эҙләнеү проекты республикабыҙҙа иң шәбе тип танылды. Тәбиғәттән ҡыҙыҡһыныусан, яңы асыштар яһарға яратҡан, тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән егет, мәктәп программаһын яҡшы үҙләштереүҙән тыш, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөп өлгөрә. Тимур һигеҙ йыл дауамында йөҙөү спорты менән шөғөлләнгән, ә хәҙер тренажер залына йөрөй, ГТО-ның алтын билдәһенә эйә, төрлө йүгереүҙәрҙә һәм эстафеталарҙа мәктәп намыҫын лайыҡлы яҡлай ул. Иң яуаплы һәм дисциплиналы кеше булараҡ, йыш ҡына Әҙеһемовҡа үҙ мәктәбе командаһын етәкләү бурысы йөкмәтелә. Кеше яҙмышына битараф булмаған егет ирекмәндәр эшендә лә ҡатнашып өлгөрә.
Мәктәп һәм йәмәғәт эшендә үәҙем ҡатнашҡан Тимур, эҙләнеү эштәренә лә ваҡыт тапҡан. 9-сы класта уҡығанда ул атом боҙватҡыстарын өйрәнә башлай. Был тема уҡыусының ғына түгел, ә уның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Алана Владимировна Власенкованың да күңеленә ята. Был эште төптән өйрәнеү өсөн егет илебеҙ ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыға, төрлө күргәҙмәләр буйлап йөрөй, ошо өлкәлә эшләгән белгестәр менән таныша һәм аралаша. Санкт-Петербургта ул "Арктика" боҙватҡысының баш инженер-механигы Александр Немчиновты осрата һәм унан интервью ала. "Рәсәйҙең атом боҙватҡыстары" тип аталған эҙләнеү эшен яҡлағанда сәйәхәттә төшөргән видеояҙмаларын да тәҡдим итә.
Педагог егеткә эҙләнеү эшен туҡтатмаҫҡа, шәхси проект өҫтөндә эшләү сиктәрендә, СССР атом сәнәғәте тарихына тағы ла тәрәнерәк төшөнөргә тәҡдим итә. Улар бергәләп атом электр станцияларының нисек үҫешкәнен, уларҙың тәүге аҙымдарын өйрәнергә ҡарар итә. Был өлкәнең башланғысында торғандарға айырыуса иғтибар бүлә улар. Һөҙөмтәлә улар “Атом сәнәғәте. Ижад итеү һәм үҫтереү” тип аталған мәғлүмәт сайты булдыра. Был сайтта ошо темаға бәйле фотолар һәм бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмә табырға була.
Бындай уңыштарға өлгәшеү өсөн артыңда ныҡлы терәгең булыуы мөһим, Тимурҙың ата-әсәһе егеттең һәр башланғысын хуплап, уға һәр яҡлап ярҙам итеп, уңайлы мөхит булдырып тора. Тап ошо эҙләнеү эше ғаилә менән мәктәптең бергә, берҙәм эшләүен дәлилләне. Уҡытыусы үҙ ваҡытында үҫмерҙең атом сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуын эләктереп ала, ата-әсәләр улдарының башланғыстарын хуплап, ҡанат ҡуя. Һөҙөмтәлә ябай ҡыҙыҡһыныу, ҙур асышҡа алып килә.
Былтыр ошо эше менән Тимур Өфө нефть университетында уҙған эҙләнеү эштәре конкурсында сығыш яһап, призлы урынға лайыҡ булған, был уға ошо уҡыу йортона уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар бирәсәк. Егет быйыл да ҡул ҡаушырып ултырмаған, республика һәм күрше Ырымбур өлкәһенең юғары уҡыу йорттарында үҙ эшен яҡлаған һәм юғары баһаға лайыҡ булған.
Тимур Әҙеһәмовтың сираттағы ҡаҙанышы - ҡаланың ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы призеры булып һәм Өфөгә йомғаҡлау этабына саҡырыу алыу. Финал конкурс һынауы 9 апрелдә «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә үтте. Тимур иң юғары балл алып, бөтә Башҡортостан буйынса беренсе урынға лайыҡ булды.
Бына шулай, ябай ҡыҙыҡһыныу егетте ҙур үрҙәргә әйҙәп, киләсәккә яҡты юл һалды. Ошондай шәп егетебеҙ менән ғорурланыбыҙ, уны ҙур еңеүе менән ҡотлап, Тимурға киләсәктә лә ҙур уңыштар, иҫәнлек һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.