Афарин, Айзилә!

27- 30 апрелдә Таулы Алтай ҡалаһында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Сыуаш, Хакасия, Бурятия, Тыва, Алтай республикаларынан, Кемерово өлкәһенән, Башҡортостан республикаһынан 306 уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында гимназиябыҙҙың, Күмертау ҡалаһының һәм Башҡортостаныбыҙҙың данын лайыҡлы яҡлаған 10а класы уҡыусыһы Саттарова Айзилә лә булды (етәксеһе Харрасова Ф.Р.).

Афарин, Айзилә!Афарин, Айзилә!
Афарин, Айзилә!

Һайлап алыу этабында Башҡортостандан 10 уҡыусы ғына финалға сыҡты.
Финалда ҡатнашыусылар ижади эштәр башҡарҙылар, художестволы текстар анализланы һәм проект эштәрен яҡланылар. Айзилә "Урал батыр" эпосын заманса медиаформатта өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға арналған проект тәҡдим итте һәм "Тел ресурстарын цифрлаштырыу буйынса иң яҡшы проект" номинацияһында еңеү яуланы! Ошо проектты юғары кимәлдә күрһәтергә булышлыҡ иткән 8б класы уҡыусылары: Ғәббәсов Айназға, Йәнбирҙин Рифатҡа, Дәүләтов Илдарға, Ниғмәтуллин Денисҡа туған телебеҙгә тоғролоҡтары өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Айзилә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләп һәм ошо эпос буйынса проект эшен башҡарып, Башҡортостаныбыҙҙың данын күтәрҙе. Афарин, Айзилә!
4 көн дауамында барған халыҡ-ара Олимпиадала йәшәү мәсьәләләрен хәл иткән, бар хәстәрлектәрҙе лә үҙ өҫтөнә алған директорыбыҙ Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәноваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Артабан да гимназиябыҙҙың бәҫен күтәреп, мәртәбәһен арттырып, ең һыҙғанып эшләргә, лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләргә насип булһын!
Филүзә ХАРРАСОВА, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас