

Дүртенсе класты тамамлаған 50 уҡыусы был уҡыу йортон ҡалдырып китәсәк.
Тантанала Күмертау ҡалаһы башҡорттары рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, өсөнсө БРГИ директоры Әнисә Түләгәнова, РПЛИ директоры Венер Сабанчин булды.
Прогимназия ишеге алдын тултырып бик күп ата-әсәләр ҙә, әлбиттә, килгән. Барыһы лы гөлләмәләргә күмелде, йөҙҙәр шат, күңелдәр дәрт менән тулған. Шулай итмәй, яңы ғына күкрәк имеп ятҡан сабый, ана, ҡалай ҙур булып баҫып тора!
Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаусылар ошондай бик матур һүҙҙәр әйтте:
- Баламды бында уҡырға биргәндә, ҡурҡа-ҡурҡа биргән инем – әллә уңа, әллә туңа. Башланғыс класс – бик мөһим этап, артабан бала нисек уҡыуын алып китә, тәүге уҡытыусынан тора. Әле малайымды (ҡыҙымды) тап ошо прогимназияға алып килеүемә шатланып бөтә алмайым, әл дә генә биргәнмен. Класс етәкселәре шул тиклем итәғәтле, белемле, балалар, каникулдары ваҡытында, «апайым менән абзыйымды (класс етәкселәре Тамара Әлиева, Илфат Ҡарасурин) һағындым” ти ҙә торорҙар ине. Быйыл балаһын беренсегә ҡайҙа алып барайым тип баш ватҡандарға әйтәбеҙ: ҡурҡмағыҙ, икеләнмәгеҙ – уны М. Исҡужин исемендәге прогимназияға бирегеҙ – үкенмәҫһегеҙ.
Башҡортостанда һигеҙ полилингваль күп профилле мәктәп уңышлы эшләй. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалы, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында. 2024 йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай ике мәктәп асыу, 2030 йылға тиклем республикала өҫтәмә һигеҙ полилингваль белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырыла.
Уңышлы проекттарҙың береһе – Башҡорт теленән диктант, 2019 йылдан ул халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Әгәр башланғыс этапта 70 мең кеше диктант яҙһа, 2023 йылда бар донъяла ҡатнашыусыларҙың һаны 340 меңдән ашты.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ла йыл һайын башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарға грант ярҙамы конкурстарын уҙғара. Мәҫәлән, былтыр дөйөм суммаһы 900 мең һумлыҡ 25 грант киң мәғлүмәт өлкәһендәге башланғыстарҙы һәм онлайн-проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде.
Бынан тыш, 2023 йылда башҡорт теленән тәүге онлайн-олимпиада ойошторолдо. Унда 23 илдең һәм Рәсәйҙең 67 төбәге вәкилдәре – бөтәһе 27,6 мең кеше ҡатнашты.