

Мәҙәниәтебеҙ йорто мөдире Әлфиә Йосопова алдан уҡ әҙерлекте башланы. Улдары Никита менән Айнур кулбтың ишек алдын матур итеп сабып, үләндәрен йыйып, таҙартып та ҡуйҙылар. Әммә, ямғыр булыу сәбәпле, ишек алдында үткәреп булманы. Балаларҙың әле мәктәп лагерына йөрөгән саҡтары. Физкультура уҡытыусыһы Салауат Сатыбаев байрамды мәктәп спорт залында үткәрергә тәҡдим итте. Улар Айгөл Гурьянова менән төрлө уйындар уйнаттылар. Ҙур спорт залда рәхәтләнеп, кинәнеп күңел асты балалар. Әлфиә Ғәли ҡыҙы ҡыҙы матур итеп ҡотланы, балалар иҫән-һау булһындар, донъялар тынысланһын тип изге теләктәр теләп хәйер итеп аҡса таратты. Ауыл биләмәһенән дә байрамды ойоштороуға ярҙам итеп 1 мең һум аҡса бирҙеләр. Ул аҡсаға үҙебеҙ ҙә ҡушып малайҙар һәм ҡыҙҙарға бүләктәр алдыҡ. Балалар шул тиклем ҡыуандылар, күңелдәре булды,шатланышып таралыштылар. Ауылыбыҙ ҡыҙҙары һәм малайҙары өсөн йыл да ошолай матур байрам үткәрәбеҙ, уларға ҡарап үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Балалар бәхетле баласаҡта үҫһендәр, һәр ваҡыт ҡыуанып-һөйөнөп кенә йәшәһендәр.
Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы