Файҙалы үтһен

Иҫке Отрада мәктәбенең “Витязь” мәктәп яны лагерына 12 уҡыусы йөрөй.

Файҙалы үтһенФайҙалы үтһен
Файҙалы үтһен

Тәрбиәселәр Тазетдинова Елена Николаевна һәм Әхмәтова Рәйлә Ишбулат ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән сараларҙа бар балалар ҙа теләп ҡатнаша. Уҡыусыларҙы төрлө яҡтан үҫешкән, алдынғы ҡарашлы, тыуған яғына иғтибарлы, ихтирамлы, илһөйәр шәхес итеп тәрбиәләү мәктәп яны лагеры эше барышында ла дауам итә. 8 июндә “Урал батыр” эпосы көнөнә арналған сарала ла был асыҡ сағылды. Унда тәүҙә эпос менән таныштылар, артабан өҙөктәр ҙә сәхнәләштереп, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр уҡыусылар. Шулай уҡ балаларға көн дә мауыҡтырғыс уйындар, төрлө ярыштар ойошторола. Барыһы ла сараларҙан бик ҡәнәғәт ҡала. Уларҙы артабан да ҡыҙыҡлы һәм күңелле ялдар көтә. Иң мөһиме - каникулды файҙалы һәм именлектә, һау-сәләмәт үткәрергә яҙһын!

Рәйлә ӘХМӘТОВА, Иҫке Отрада мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас