“Йәйғор” лагерында күңелле

Йәмле йәй башланыу менән район һәм ҡалабыҙҙа балаларыбыҙҙың йәйге каникулдарын файҙалы ойоштороу маҡсатында мәктәптәрҙә көндөҙгө лагерҙар эштәрен бик әүҙем алып баралар. Балалар көн һайын төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Уҡытыусы-ойоштороусылар һәр көндө бер-береһенә оҡшаш итмәй төрлө тематик яҡтан бай итеп программалар әҙерләп үткәрәләр.

“Йәйғор” лагерында күңелле“Йәйғор” лагерында күңелле
“Йәйғор” лагерында күңелле

Бына мәҫәлән, ҡаланың Н.Т.Антошкин исемендәге 1-се һанлы гимназияла “Йәйғор” балалар лагеры тыуған төйәгебеҙ – Башҡортостан Республикаһының бай тарихына һәм йолаларына байҡау яһағандар. Был көн әкиәттәргә, спорт һәм сәнғәт донъяһына ысын мәғәнәһендә сумыу булған!
Балалар көндәрен белеү минутынан башлаған, унда улар Башҡортостан тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышҡандар. Балаларға "Урал батыр" эпосы көнө, 2025 йылда Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров указы менән булдырылған байрам тураһында һөйләнеләгән. Тәрбиәселәр 1910 йылда тәүге тапҡыр мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған "Урал батыр" эпосының изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырлыҡ, кешеләрҙең бәхете хаҡында бәйән итеүен һөйләп үттеләр.
Артабан 3-сө китапхана-филиалында " Башҡортостандың ете мөғжизәһе " исемле мауыҡтырғыс тыуған яҡты өйрәнеү сәйәхәте көткән балаларҙы. Улар республиканың иң матур урындары буйлап виртуаль экскурсияға сыҡты, тәбиғәт һәм мәҙәни хазиналарын асты үҙҙәре өсөн. Ижади атмосфера ҡаланың мәҙәниәт һарайында дауам итте, унда балалар А.Абдразаҡов исемендәге киностудияның "Петрушка " тигән иҫ киткес фильмын ҡаранылар. Был кинофильм бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Был бай көн ҙур спорт байрамы менән тамамланды. Импровизацияланған һабантуйҙа "Халыҡ уйындары һандығы" турниры үтте. "Урал батыр" эпосы көнө уңайынан балалар көс, оҫталыҡ һәм аҡыллылыҡ буйынса ярышты, "ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу", "ат сабыштары", "арҡан тартыу" кеүек традицион башҡорт уйындарында күңелле итеп ҡатнаштылар.
Был көн иҫ киткес сағыу һәм күңелле булды! Балаларыбыҙҙың мәҙәниәтебеҙҙе белергә, өйрәнергә тырышыуҙары менән ғорурланабыҙ һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт. Бындай саралар ойошторолоп торғанда мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ дауам итер.

 

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
- Башҡортостанда балалар лагерҙары 1 июндән асылды. Каникул осоронда лагерҙарҙа тиҫтәләрсә мең бала ял итергә өлгөрәсәк. Иң мөһиме-балаларҙың иҫән-һау ҡайтыуы. Ул балаларға ҡарата хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бөтә учреждениеларҙа ла тәьмин итеүҙе талап итәм.

Автор:
Читайте нас