Хуш, бала саҡ, һаумы, йәшлек

Күмертауҙа, Ермолаевола Сығарылыш кисәләре үтте.

Хуш, бала саҡ, һаумы, йәшлекХуш, бала саҡ, һаумы, йәшлек
Хуш, бала саҡ, һаумы, йәшлек

Йылдың иң мөһим мәлдәренең береһе, сәскәләр, ҡотлауҙар, күҙ йәштәре (шатлыҡ та бар, һағыш, хатта хәүеф тә).

Көйөргәҙе районында быйыл 11 класты 60 бала тамамланы (кемдер баш сайҡай: элекке замандағы бер класс хәтле балалар – кәмейбеҙ, былтыр был һан 57 булған, 2018 йылда - 82 ), Күмертауҙа – 269 (ҡалала хәлдәр был йәһәттән маҡтанырлыҡ түгел, былтыр 300 ашыу сығарылыш уҡыусыһы булған, 2018 йылда - 392).  

Кисә генә боттарға йәбешеп йөрөгән балалар, бөгөн баш аша ҡарап торалар.

Был осраҡта, инде ятланып бөткән һүҙҙәрҙе ҡабатлайбыҙ:

- Һеҙ йәшһегеҙ, көс-дәртегеҙ ташып тора, киләсәккә ҡорған ҙур уй-пландарығыҙ бар. Быға тиклем ирешелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп, туҡтап ҡалмағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булырға тырышығыҙ, үҫергә, үрләргә ынтылығыҙ! Көйөргәҙе районына һеҙҙең белемегеҙ, эшкә бирелгәнлегегеҙ, тыуған ергә ҡарата булған һөйөүегеҙ һәр саҡ кәрәк икәнлеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, сөнки районыбыҙҙың, республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең киләсәген һеҙ төҙөйәсәкһегеҙ. Һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙ һайлаған юлдың уңышлы булыуын, һеҙгә бәхет килтереүен теләйем. Ә ғүмерлеккә һайлаған эшегеҙ үҙегеҙгә ҡәнәғәтлек, Ватаныбыҙға файҙа килтерһен. Барығыҙға ла хәйерле юл, уңыштар, үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышаныс юлдаш булһын!

Йәнә бер уй йәнде телә: егеттәр-ҡыҙҙар, ҡайһығыҙ, юғары,урта уҡыу йортон бөткәс, тыуған ерҙәргә ҡайтыр?

Был хаҡта тулыраҡ – киләһе һанда.

Автор:
Читайте нас