

Фидан Ғафаров Яңы Таймаҫта тыуһа ла, бәләкәйҙән Ялсыҡайға килеп, ошонда әрмегә барырлыҡ егет булып үҫеп, буй етте. Мәләүез ҡалаһында белем алып, ошо көндәрҙә диплом эшен яҡлап сыҡты һәм әрмегә юлланды, һөнәр үҙләштереү тураһындағы дипломын ғәзиз кешеһе, әсәһе барып алды.
- Әсәй, Илһам абзый, минең өсөн борсолмағыҙ, мин һеҙҙе һынатмаҫмын, йөҙөгөҙгө ҡыҙыллыҡ килтермәҫмен, Алла бирһә, бер йылдан һуң ҡыуанышып осрашырбыҙ. Мине үҫтереп, уҡытып, кеше иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, мин һеҙҙе яратам, - тип әсәһенә гөлләмә бүләк итеп хушлашты Фидан яҡындары менән.
Бәләкәйҙән ауыл мәҙәниәт йортонда йырлап, бейеп йөрөгән дәртле егетте оҙатырға барлыҡ ауылдаштары килде, изге теләктәрен теҙеп, йырлашып, бар йоларҙы үтәп оҙатып ҡалды уны ауылдаштары.
Был көндө ҡала һәм районыбыҙҙан 10 егет әрме сафтарына юлланды. Ялсыҡай, Зәк-Ишмәт, Шәбағыш, Яҙлау һәм башҡа ауылдан йыйылғандар дүрт күҙ менән хәрби комиссариат ҡапҡаларына ҡарап, ғәзиздәрен көтөп ҡалдылар.