

Күмертау ҡалаһы дини Үҙәге лагерына йөрөгән балалар. Бөтәһе лә гүзәл заттар, редакцияға килеп инеүҙәре булды, ҡараңғы кеүек тойолған бүлмә яҡтырҙы ла китте, дини ҡағиҙәләр буйынса йәшәһәләр ҙә (бәләкәй йәштән), үҙҙәре бигерәк илгәҙәк, шуҡтар. Телдәре телгә йоҡмай, тәтелдеген сығалар. Лагерҙа бик оҡшмай тиеште ҡыҙҙар, инде һигеҙенсе көн йөрөйбөҙ ошо дини лагерға, көн дә барғы килеп кенә тора, тиҙәр. Ҙурайғас, кемеһе табип, кемеһе уҡытыусы, кемеһе дизайнер булам тип, хыялдары менән уртаҡлаштылар. Иманлы ҡыҙҙар, намаҙ уҡығас, барлыҡ Ислам дине ҡанундарына буйһонғас, беҙ гел генә яҡшылыҡ эшләргә ынтылабыҙ тип тә ҡыуандырҙы. Бер аҙға ҡапыл үҙебеҙҙе «Матур быуат» сериалына эләккәндәй тойҙоҡ, солтанға әүерелдек һәм, хушлашҡанда, ҡыҙҙарға шуны теләнек: ата-әсәгеҙҙе гел ҡыуандырып, иҫән-һау булып, һуғыш, яуызлыҡ, хөсөт булмаған матур быуатта йәшәргә яҙһын һеҙгә, балалар.