Айназ ҡайтты – шатлыҡ артты

Башировтарҙың иң бәхетле көндәре булды был аҙнала

Айназ ҡайтты – шатлыҡ арттыАйназ ҡайтты – шатлыҡ артты
Айназ ҡайтты – шатлыҡ артты

4-се Ивановка ауылында йәшәүсе, күп балалы ғаилә, Рәмилә һәм Айҙар Башировтарҙың тәүге мөхәббәт емеше, улдары Айназ ил алдындағы бурысын үтәп, тыуған тупһаһына аяҡ баҫты.
Күҙҙәренә йәш тулған әсә, оҙатып ҡалған ҡыҙы, бер-бер артлы ҙурайып килгән туғандары, барлыҡ яҡындары, дуҫ-иштәре ҡапҡа төбөнә теҙелешеп дүрт күҙ менән һалдатты көттө. Хатта, һалдат ҡайтыуға тейешле итеп биҙәлгән йорт, ишек алды ла Айназды көткәндәй тойолдо. Бына, ниһәйәт, гөлләмәләр тотҡан ғәзиз улдары машинанан төштө һәм әсәһен ҡосағына алды. Донъя түңәрәкләнде, ғаилә тулыланды, берләште. Көткәндәр әле булһа үҙ бәхеттәренә ышана алмай, Айназ янында урала. Уларҙың иң бәхетле минуттар кисереп, ҡыуанышып йөрөгән мәлдәре.
- Улыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, Аллаға шөкөр, иҫән-һау ғына хеҙмәтен тултырып ҡайтты. Әсә йөрәге йомшаҡ бит инде, ҡулына әрмегә юллама алған көндән илай башлаған инем, оҙатҡанда, бер йыл буйына көткәндә лә күҙ йәштәрһеҙ булманы. Улыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәтен дәлилләп рәхмәт хаттары ла килеп торҙо. Эш сәфәре менән йөрөгән атаһы менән, поезда китеп барғанда бер нисә минутҡа булһа ла осрашып та алғайнылар. Ата-әсә өсөн бала нисә йәштә лә бала булып ҡала шул, яныңдан алыҫ китһәләр хафаланаһың, үҙеңә тынғы таба алмайһың. Аллаға шөкөр, улыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, минең өсөн был иң бәхетле көндәремдең береһе, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты әсә.
Был көндә Башировтар менән бергә уларҙың яҡындары ғына түгел, бар район, шул иҫәптән, беҙ ҙә ихлас ҡыуандыҡ. Был бәхетле мәл барыбыҙҙың хәтерендә матур ваҡиға булып оҙаҡ һаҡланыр.

Автор:
Читайте нас