Белем – бəхет асҡысы

Дилә Мөхәмәтшина М.Ғ.Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы БРГИ-нының сағыу йондоҙо

Белем – бəхет асҡысыБелем – бəхет асҡысы
Белем – бəхет асҡысы

Ул Берҙәм Дәүләт Имтиханының 100 мөмкин тиклем балдың 100 балын йыйҙы! Уның һөҙөмтәһе – бәхетле осраҡ түгел, ә етди, оҙайлы хеҙмәттең һәм уҡыуға дөрөҫ ҡараштың һөҙөмтәһе. Дилә ятланған формулалар, һандар артынан ҡыумай, ул предметты ентекләп аңларға тырыша. Һәр теманы, тырыш ҡыҙ еренә еткереп, төплө итеп үҙләштерә. Белемедәрен камиллаштырыу, нығытыу өсөн төрлө варианттарҙа имтихан форматындағы мәсьәләләр сисә. Уның өсөн белем – яттан белгән формулалар ғына түгел, ә уларҙы ҡуллана белеү, эш итеү ҙур көс. Диләнең үҙе әйтеүенсә, уңыштың сере өс элементтан тора: ныҡышмалы хеҙмәт, предметҡа ихлас һөйөү һәм уҡытыусыларҙың ярҙам итеүе. Ә дүртенсеһе, шундай уҡ мөһим элемент — тулҡынланыуҙы еңеп сығыу һәләте. Күңел тыныслығы имтиханда фекерҙәрҙе асыҡ итеп һаҡларға һәм стресс арҡаһында мәрәйҙәрҙе юғалтмаҫҡа ярҙам итә. Бөгөн ул – үрнәк. Уҡыусының тырышлығы, уҡытыусыларҙың остазлылыҡтары, атай-әсәйҙәрҙең ҙур ярҙамы, ошо өс көстөң берҙәм булып эшләүе, матур һөҙөмтәнең нигеҙе. Дилә ишле ҡыҙҙар-егеттәр киләсәктә йәш быуындарға яңы ышаныс уяталар, БДИ-нан ҡурҡырға кәрәкмәй, ә уны аңлы рәүештә үҙләштерегә кәрәк икәненә асыҡ дәлил. Хәҙер Дилә алдында яңы мөмкинлектәр асылды: алда - юғары уҡыу йортона инеү, студент йылдарыһәмперспективалыкарьера. Уға был маҡсатҡа ынтылышын юғалтмаҫҡа, ҡыйыу рәүештә алға барырға һәм тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелеүен теләйбеҙ! Дилә М.Ғ. Рәхимов исмендәге 3-сө һанлы БРГИ-ның ғорурлығы, ҡаҙанышы — бөтә сығарылыш уҡыусылары өсөн бик яҡшы миҫал: 100 балл – ул мөғжизә түгел, көндәлек шөғөлләнеү менән белемгә ынтылыу, дисциплина, яңылыштарҙы төҙәтеү, ҡабаттан бар эште лә башлау, юғалып ҡалмау. Белем – бәхет асҡысы. Дилә Мөхәмәтшина ошо юлды намыҫлы үтте, киләсәккә асҡысты үҙ ҡулына алды. Уңыштар һиңә, Дилә!

Автор:
Читайте нас