

Гөлнәзирә Вахитова, Илкәнәй ауылы:
- «Йәшлек» форумына 14-35 йәштәге студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары йыйылды. Районыбыҙҙан 15 кеше барҙыҡ. Илкәнәйҙән беҙ, өс студент, йәнә башҡа ауылдарҙың мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең етәкселәре менән ҡатнаша. Сара ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары ла бар. Көндөҙ төрлө лекцияларға, мастер кластарға әүҙем йөрөһәк, ә кистәрен дискотекалар уҙғарыла. Усаҡ янында йырҙар йырлап таң ҡаршылау күңелдәрҙә мәңгелек хәтер булып ҡаласаҡ. Бик күңелле үтә форум, төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бергә, күп танышыуҙар, яңы дуҫтар табып илһамланып, көс-дәрт менән йөрөйбөҙ. Йәштәрҙе берләштереү өсөн үткәрелгән сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.