

Был уның ғына түгел, беҙҙең бөтәбеҙҙең дә тормошонда яңы дәүер башланыуы.
Эмир өсөн был мәктәп ят түгел, сөнки ул ошо уҡ прогимназияның балалар баҡсаһында тәрбиәләнде. Унда ул : йырланы, бейене, ҡалала ойошторолған байрамдарҙа сығыш яһаны, 9 май- Еңеү көнө тантанаһында парадта ҡатнашты. Балалар баҡсаһында конструирование түңәрәгенә йөрөп, төҙөү оҫталығын камиллаштырҙы.
Бөтә был ҡаҙаныштары уның янында булған, уға юл күрһәткән, өйрәткән, ҡанатландырған тәрбиәсеһе – Зилә Илдус ҡыҙы Ялсығованың хеҙмәт емеше. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә хеҙмәтендә уңыштар, тәрбиәле һәм рәхмәтле тәрбиәләнеүселәр теләйбеҙ. Ул барлыҡ балаларға ла асыҡ күңелле, иғтибарлы, уларҙың һәләттәрен асты, ижадҡа ынтылыш уятты, тәрбиәләне. Ул улыбыҙҙың мәктәпкә ышанып аҙым яһауының нигеҙе.
Ә хәҙер Эмир яңы дуҫтар, яңы фәндәр, яңы асыштар алдында тора. Беҙ уға: уңышлы уҡыу, ышаныслы дуҫтар, ҡыҙыҡлы дәрестәр, һәр көнө ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башланыуын теләйбеҙ.