

Был көндө Яҡшымбәт ауылы биләмәһенән өс егетебеҙ хәрби бурысын үтәргә тип оло юлға сыҡты: Ҡотлоюл ауылынан Данис Боҫҡанов, Нияз Ниғмәтуллин һәм Яҡшымбәт ауылынан Илнар Сынбулатов.
Ата-әсәләр үҙ фатихаларын биреп, улдарына изге теләктәрен еткерҙе.
Гүзәл һәм Иршат Боҫҡановтар, Ҡотлоюл ауылы :
- Һәр ир-егет үҫеп, буй еткергәс, ил, Ватан алдындағы бурысын үтәргә тип хәрби хеҙмәткә бара. Беҙҙең улыбыҙ Данис та хәрби хеҙмәтен үтәргә тип армия сафтарына баҫа. Беҙ улыбыҙ Данисҡа һәм уның менән бергә хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтырға яҙһын.
Әлфинә һәм Руслан Сынбулатовтар, Ҡотлоюл ауылы :
- Улыбыҙ Илнар ҙа хәрби бурысын үтәргә тип армия сафтарына юлланды. Уға, уның менән бергә хеҙмәт итәһе егеттәргә сәләмәтлек, имен-аман хеҙмәт итеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Гүзәл Ниғмәтуллина, Яҡшымбәт ауылы:
- Нияз улыбыҙ ҙа ил алдындағы бурысын башҡарыу маҡсатында армияға китте. Ниязыбыҙға һәм уның иптәштәренә уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Буласаҡ барлыҡ һалдаттарға ла лайыҡлы хеҙмәт, тоғро дуҫтар һәм иҫән-һау хеҙмәт итергә Хоҙай насип итһен!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы