

Күптән түгел Төркиәлә ғәмәли ҡул һуғышы буйынса Асыҡ донъя чемпионаты һәм Донъя кубогы тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы составында илебеҙ һәм республикабыҙ данын Ермолаево ҡасабаһынан Илназ Фазылов яҡланы.
Сентябрҙә ул Мәскәү өлкәһенең Мытищи ҡалаһында ғәмәли ҡул һуғышы буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнаша, унда беренсе урын яулай һәм Төркиәлә үтәсәк донъя турнирына һайлап алыу һынауын үтә.
Төркиәлә Илназ бик яҡшы әҙерлек һәм еңеү ихтыярын күрһәтте, шәхси ярыштарҙа үҙенең ауырлыҡ категорияһында "көмөш" миҙал яуланы!
Был еңеү - тренер Георгий Согомоняндың ғәйәт ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһе. Уға индергән өлөшө өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Ошо сәфәрҙә матди ярҙам күрһәткән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Рафаил ҡыҙы Тереғоловаға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Илназды шәп һөҙөмтәһе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Спортсыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Уға артабан да уңыштар, яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!
Азалия РӘХМӘТУЛЛИНА