Бөгөн, Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылы мәктәбендә, икенсе дәрес башланып ҡына киткәндә, бер уҡыусы малай, көтмәгәндә, аңын юғалтып, иҙәнгә ҡолаған. Уны, иҫенә килтерергә теләп, күпме генә тырышмаһындар, килеп сыҡмай. Ауыл амбулаторияһынан да фельдшер килә, хәбәрҙе ишетеп, район хакимиәтенән дә киләләр. Малайҙы дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа, ул реанимация бүлегендә йән бирә...
Уҡыусы балаға тиҙҙән 16 йәш тулған булыр ине. Ул үҙе сирле бала ла булмаған, киреһенсә, спорттың төрлө төрҙәрендә ҡатнашып йөрөгән әүҙем уҡыусы булған...
Әжәл сәбәптәрен әле береһе лә белмәй, тәнде ярғас ҡына барыһы ла асыҡланыр тиҙәр...
Мәрхүмдең йәне ожмахҡа осто, туғандарына, ата-әсәһенә сабырлыҡтар теләйбеҙ.