Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
8 Апреля 2023, 12:56

Менеп тә, тотоп та

Ғүмерҙә автобус күрмәгәндәрме ни - өйөлдө лә киттеләр.

Менеп тә, тотоп та
Менеп тә, тотоп та
Бая яҙған Яҡуп мәктәбенең яңы автобусын әйтәбеҙ. Ул кисә генә ҡайтып ултырҙы - "Юшатыр".
Әле, көрәш турнирына тип килгәне, мөғжизәгә тап булғандай, ошо автобусҡа текәлде. Тотоп та ҡаранылар, менеп тә ҡаранылар. Яҡуп ауылы өсөн, балалар өсөн, шатландылар. Барыһының да теләктәре бер: юлдарығыҙ хәйерле булһын! 
Автор:
Читайте нас: