Ҡыуаныслы ваҡиға
10 Июнь 2023, 12:11

Ни өсөн?

А. Халиҡова ни өсөн бөгөн Грамота алды?

Ни өсөн?Ни өсөн?
Ни өсөн?

Уны бүләкләргә кәрәк тип, бөтөн булған ҡағыҙҙарҙы туплап (улары байтаҡ ҡына), тейешле ергә илтеп биргәс, ауыл хужалығы бүлеге өҙмәне лә ҡуйманы: ни өсөн журналисҡа аграрийҙар байрамында бүләк бирергә?
- Шәүәли Вахитов кеүек һөт һауғанмы? Эльвира Гулина кеүек һауғандыр, бәлки? Риза Яхин һымаҡ, комбайн штурвалы артында иген игеп, рекорд ҡуйған? Анна Чуева һымаҡ сөгөлдөр утаған? Сергей Чекмарев кеүек мал ҡарағандыр, бәлки?
- Юҡ, береһе лә тап килмәй.
Әммә ул да иген үҫтерә, һыйыр һауа, сөгөлдөр утай (хәҙер утамай инде, беҙҙең районда сәсмәйҙәр уны), ауыл юлдарын таҙарта, трактор йүнәтә. Ҡәләме менән. Был эш, ышанығыҙ, ауыл хужалығы түрәләренең, район башлығының хуплауына, һис шикһеҙ, лайыҡ. Ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас