

- Йылы бокс беҙгә бик кәрәк ине. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау һәм “Реаль эштәр” программаһы буйынса беҙ был эште атҡарып сығырға ирештек. Киләсәктә лә төрлө программалар, бағымсылар ярҙамында халыҡ мәнфәғәте өсөн төрлө эштәр башҡарылыр тип уйлайым. Был сара матур бер байрамға әйләнде, хатта район үҙәгенән артистар ҙа килде. Беҙҙең хыялды тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм. “Берҙәмлектә – көс” мәҡәлендәге кеүек беҙ ҙә берҙәмбеҙ һәм көслөбөҙ.
Был ваҡиға хаҡында йома көнө гәзиттә тулыраҡ баҫылды.