

Илнар Ишбирҙин әрмегә юлланды, тип яңы ғына яҙып үткән һымаҡбыҙ. Бына, насип булғас, ул тыуған яҡтарына ҡайтып та төштө.
Тыуған ил адындағы бурысын егетебеҙ Омск ҡалаһында үтәгән, иң-иңдәрҙән һаналған һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ул.
Хеҙмәтен намыҫлы башҡарып ҡайтҡан Илнарҙы тыуған ҡалаһында яҡындары, дуҫтары көтөп торған. Бигерәк тә Илнарҙың ҡайтыуына, уның әсәһе урынына ҡалған, бар йолаларҙы үтәп, әрме сафтарына ҙурлап оҙатып ҡалған апаһы Фаягөл ҡыуанып бөтә алмай. Йыл буйына күрмәгән ғәзиз йәнен ҡосағына алғас, күңеле шатланып, бер аҙға тынысланып ҡалған.
Илнар ҙа апаһын һағынып ҡайтҡан, уға булған рәхмәт һүҙҙәрен сәскә гөлләмәһенә ҡушып еткергән.