"Юшатыр" теге саҡ уҡ
хәбәр иткәнсә, Ҡотлоюл ауылыбыҙға мәсет кәрәк тип кәңәш-төңәш иткәйне. Аҙаҡ
өмә яһанылар - ошо, ҡасандыр мәсет булған урынды, таҙарттылар. Бына бөгөн, Аллаға тапшырып, эште башлап та ебәрҙеләр.
Мәсет, бәлки, булмаҫ та ине. Ауылдаштары Мәрүәр апай, хәләл ефете Филсун ағай менән үҙҙәре төҙөргә булған изге йортто. Мәрхүмә булған ҡыҙҙары рухына бағышлап. 38 йәшендә генә донъя менән хушлашҡан ҡыҙҙарының исеме Светлана булған, аҙаҡ исемен ул Мәрйәм тип тә үҙгәрткән...
Мәҡәлә гәзиттә иртәгә баҫыла.